Республиканың 2020 йылға бюджетын 10 миллиард һумға арттырырға ниәтләйҙәр

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы 19 декабрҙә үтә. Бөгөнгө президиум ултырышында депутаттар ошондай ҡарар ҡабул итте.

Фото №1 - Республиканың 2020 йылға бюджетын 10 миллиард һумға арттырырға ниәтләйҙәр

Буласаҡ пленар ултырыштың көн тәртибенә һуңғы уҡыуҙа ҡарау өсөн «2020 йылға һәм 2021-2022 йылдарҙың план осорона Башҡортостан бюджеты тураһында»ғы закон проекты индерелде. Документҡа ярашлы, киләһе йылда ҡаҙнаның сығымдары 226 миллиард, ә килем өлөшө 204 миллиард һум күләмендә булыр тип көтөлә.

Был һандар беренсе уҡыу менән сағыштырғанда, 10 миллиард һумға күберәк, тине парламент рәйесе Константин Толкачев. Пленар ултырыштың көн тәртибенә шулай уҡ «Башҡортостандың административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы закон проекты ла инде.

Ул контейнер майҙансыҡтарында һәм уларҙың эргәһендә машинаһын ҡалдырып киткән водителдәргә штраф һалауҙы күҙ уңында тота. Тәүге тапҡыр тәртип боҙған осраҡта уның күләме мең һумдан башланып 30 меңгә етеүе ихтимал.

Киләһе йылдың ғинуарынан «Производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында»ғы Башҡортостан законына ла үҙгәрештәр индереү ҡарала. Депутаттар билдәләүенсә, һүҙ тәү сиратта айырылмаған сүп-сар хаҡында бара. Сөнки уларҙың составында экологияға ҙур зарар килтереүсе ҡалдыҡтар булыуы мөмкин. Атап әйткәндә, терегөмөшле градусник, лампа, автомобиль майҙары, аккумулятор һәм башҡалар. Шуға ла президиум ағзалары хәүефлегенә ҡарап сүп-сарҙы кластарға бүлеү башланғысы менән сығыш яһай.

Автор: Илдар Байбулатов.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ