Башҡортостанда янғында һәләк булыусылар бар

Бөрө районы Бахтыбай ауылында ағас йорт янған. Ут һүндерелгәндән һуң, 50 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Туймазы районы Ҡандра ҡасабаһында ла фажиғә теркәлгән. Ике ҡатлы күп фатирлы йортта янғын сыҡҡан. Ҡотҡарыусылар 12 кешене алып сыҡҡан. 79 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән.

Фото №1 - Башҡортостанда янғында һәләк булыусылар бар

Янғын һүндереүселәр халыҡты иғтибарлы булырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәҫкә саҡыра. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Элемтә телефоны: 112.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ