Өфөлә Беренсе халыҡ-ара этнотуризм форумы үтә

Ҡурай моңдары,башҡорт һыйбайлылары,һый-хөрмәт һәм сағыу милли кейемдәрҙәге ҡунаҡсыл, мөләйем кешеләр. Өфөлә Беренсе халыҡ-ара этнотуризм форумы үтә. «Торатау» конгресс-холл бинаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм Австрия, Польша, Швеция һәм Молдованан туризм индустрияһында эшләүселәр йыйылды. Төбәктә этнотуризмды үҫтереүгә арналған саранан БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Фото №1 - Өфөлә Беренсе халыҡ-ара этнотуризм форумы үтә

Конгресс-холл бинаһы алдында уҡ сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән килгән ҡунаҡтарҙы милли кейемдәрҙә башҡорт һыйҙары һәм ҡурай моңдары менән ҡаршыланылар. Этнотуризм мәсьәләләренә арналған форумдың ҡыш миҙгелендә үткәрелеүе бер ҙә осраҡлы түгел. Европа илдәрендә ҡар-буранлы ҡыштар бик һирәк. Сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙы тап Яңы йыл алдынан Башҡортостан менән таныштырыу һәм яҡынайтыу туризм өлкәһендә бәйләнеште киңәйтер тип көтөлә.

Александр Каммел СIFFT халыҡ-ара туристик кинофестивалдәр комитеты директоры: “Вена ла ҡарҙар бик һирәк яуа. Һеҙҙә ҡар күп һәм мөғжизәле донъя. Ике ил араһында бәйләнештәрҙә нығытыуҙа туристик визаларҙы тиҙләтеү мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителергә тейеш”.

Валентина Кюлафлы, Ғағауыз автономиялы территориаль берәмегенең тышҡы бәйләнештәр буйынса баш идаралығы белгесе: “Беҙҙә лә этник мәҙәниәт өлгөләре һаҡланған. Әммә Башҡорт этномәҙәниәте иҫ киткес юғары кимәлдә. Һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙгә шатбыҙ”.

Терра -ҡыш, терра Башҡортостан йәйге проекттары, экспедициялар һәм ваҡиғалар туризмы үҙ эсенә этник туризм элементтарын да индерә. Бөгөн Башҡортостан туроператорҙары тәҡдим иткән ял беҙҙең төбәктә быуаттар буйы йәшәгән халыҡтың кәсебе, тормош-көнкүреше, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм ҡул эштәре менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Форумда ҡатнашыусылар башҡорт милли аштарын тәмен һәм сифатын юғары баһаланы, ә милли нағыштарҙа төҫтәр төрлөлөгөнән хайран ҡалды..

Ева Котус, Ғilmat туристик һәм корпоратив фильмдар халыҡ -ара фестивале директоры: “Был этник стилдәге биҙәнеү әйбере миңә бик оҡшаны. Уны беҙең Европа илдәрендә лә күлдәк өҫтөнән бик зауыҡлы итеп кейеп йөрөргә мөмкин. Һоҡланғыс ҡул эштәре”.

Башҡортостанды этнотуризм аша бөтә донъяға танытыуға мөмкинлектәр киң. Халыҡ кәсептәре менән шөғөләнгән йүнселәрдәр ҙә үҙҙәре етештергән тауарҙарҙы форумда күрһәтте.

Айнур Аҙнабаев, Ейәнсура районы эшҡыуары: “Ҡаҙ майын килтерҙек, бурһыҡ майы. Улар бөтәһе лә һаулыҡ өсөн фаҙалы. Әлегә минең һатып алыусыларым Рәсәй эсендә генә, ошо форумдан һуң сит ил туристары ла минең продукция менән ҡыҙыҡһыныр тип уйлайым”.

Волна

Альбина Әхмәтйәнова, Миәкә районы эшҡыуары: “Форум ҡунаҡтары беҙҙең һөт ризыҡтарының натураль тәмен юғары баһаланы”.

Зоя Демина, Өфө эшҡыуары: “Ҡунаҡтар тире һәм күн изделиеларын нисек сифатлы эшкәртеүебеҙҙе үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Беҙҙең орнаменттар сәнғәт кимәлендә. Беҙ был матулыҡты бөтә донъяға күрһәтергә тейешбеҙ”.

Эдуард Ниғмәтуллин, форумда ҡатнашыусы эшҡыуар: “Бындай форумдар бик урынлы, улар беҙҙе берләштерә һәм тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бирә”.

Форумда ҡатанашыусыларҙың да географияһы киң: Польша, Австрия, Молдова, Швеция һәм Рәсәйҙең 15 төбәгенән туризм индустрияһы вәкилдәре. Сараны ойоштороусылар илебеҙҙә һәм донъяла этнтуризм менән шөғөлләнеүселәрҙе берләштереү маҡсатын ҡуйҙы, тармаҡ өлкәһендә торған мәсьәләләрҙе күтәрҙе һәм Башҡортостанды Рәсәйҙең этнотуризм үҙәге итеү тәҡдиме менән сығыш яһаны.

Беренсе халыҡ-ара этнофорум сиктәрендә «Торатау» конгресс-холында ҙур күргәҙмә эшләй. Унда үҙебеҙҙең төбәктең милли нағыштарын менән кейемдәр һатып алырға, башҡорт милли аштарын тәмләп ҡарарға ҙәм этнотуристик марштуттар менән танышырға мөмкин. Беренсе халыҡ-ара этнотуризм форумы башҡалабыҙ Өфөлә 14 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Автор: Гүзәл Борханова.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ