Башҡортостан - Рәсәйҙең иң үҫешкән спорт төбәге тип танылды

Илдең баш ҡалаһында милли спорт премиялары менән бүләкләү танатанаһы үтте. Сарала республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Фото №1 - Башҡортостан - Рәсәйҙең иң үҫешкән спорт төбәге тип танылды

Финалға Башҡортостан менән бергә Краснодар һәм Красноярск крайҙары ла сыҡҡайны. Әммә беҙҙең төбәк интернетта тауыш биреү һөҙөмтәһе һәм премияның эксперт советы ҡарары буйынса ышаныслы еңеү яуланы.

Жюри ағзалары Өфө ҡалаһының ике тапҡыр халыҡ-ара балалар уйындарын уңышлы үткәреүсе берҙән-бер төбәк булыуын билдәләне. Бынан тыш, республикала физик культура һәм профессиональ спортты үҫтереү буйынса ҙур эштәр алып барыла, йыл һайын төрлө категория халыҡ өсөн спартакиадалар һәм башҡа ярыштар уҙа.

Юғары ҡаҙаныштары Башҡортостан Рәсәйҙең спорт министрлығының 1 миллион һум күләмендәге премияға лайыҡ булды. «Был награда – меңләгән тренерҙар, физкультура уҡытыусылары, спортсылар һәм спорт ветерандары өсөн бүләк» тине үҙ сығышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

Рәсәйҙең иң яҡшы спорт объекты номинацияһында шулай уҡ финалға Салауаттың «Алмаз» спорт мәктәбе лә сыҡты. Әйткәндәй, милли спорт премияһы Рәсәй Хөкүмәте тарафынан 2010 йылда булдырыла. Уның маҡсаты - физик культура һәм спорт өлкәһендә көс һалған белгестәрҙең, тренер һәм спортсыларҙың һөнәри эшмәкәрлеген дәртләндереү. Премияның 11 номинацияһы бар. Эксперттар советы һәм халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә 54 номинант билдәләнә, уларҙың18-е еңеүсе тип табыла.

Автор: Илдар Байбулатов.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ