Республика Хөкүмәтенең иҡтисади үҫеш департаменты етәксеһе айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ғәйепләнеүсе Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан дәүләт контракты сиктәрендә башҡарылған эштәрҙе түләтеүҙе тиҙләтеү, шулай уҡ предприятиены хеҙмәт буйынса ҡурсалау өсөн акционер йәмғиәттәрҙең береһенән 3 миллион һум күләмендә аҡса һорай. Һөйләшелгән сумманы тапшырған ваҡытта Федераль именлек хеҙмәте чиновникты ҡулға ала. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре алып барыла.




