Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре менән осрашыуында шулай тип белдерҙе. Унда урындарҙағы рәйестәр үҙҙәрен борсоған мәсьәләләре, тормошҡа ашырыла торған проекттар пландары менән уртаҡлашты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, проблемалар хәл ителәсәк, ҡоролтайға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк.
Урындағы ҡоролтайҙар етәкселәре дөйөм йыйылыш үткәргән. Унда 350-гә яҡын аныҡ тәҡдим индерелгән. Бөтә донъя башҡорттары президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев.
Бөгөн башҡорт теле көнө булараҡ, һөйләшеүҙең күпселек өлөшө телде өйрәнеү, уҡытыу мәсьәләһенә бәйле булды, ти Бөтә донъя башҡорттары президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров бындай осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәреү маҡсатын билдәләне.





