Проект бөгөн республика етәксеһе уҙғарған «Транспорт һәм төҙөлөш сәғәте»ндә өйрәнелде. Олег Кошевой урамында барлыҡҡа киләсәк юл үткәргес ике һыҙатлы һәм 120 метр оҙонлоғонда буласаҡ.
Был маҡсатҡа 265 миллион һум аҡса талап ителә. Проект Рәсәй тимер юлдары һәм ҡала хакимиәте менән килешелгән. Үткәүел төҙөлһә йөк автомобилдәре, предприятиелар танспорты ҡаланы урап үтәсәк. Ишембай күперенә сығыу юлы ла ҡыҫҡара.





