Берәҙәккә әйләнгән йорт хайуандары

Осраҡ Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында теркәлә. Отпуск, больничный ваҡытында эт-бесәйҙәрен махсус приютҡа ҡалдырыусылар йорт хайуандарын кире ҡайтара алмай. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Фото №1 - Берәҙәккә әйләнгән йорт хайуандары

Был видеояҙма беҙҙең редакцияға хайуандарҙы яҡлаусы волонтерҙарҙан килгән. Ас һәм ҡоттары осҡан. Әммә кешегә өмөттәрен өҙмәгән эттәр. Уларҙы хужалары ваҡытлыса шәхси приютҡа ҡалдырған. Аҙна һайын аҡса түләп барҙыҡ, ти улар. Тик кире ала алмайҙар, ҡарап торорға ҡалдырылған көсөктәрҙең ҡайһы берәүҙәре юҡҡа сыҡҡан.

Яна: “Бында эт менән һигеҙ көсөктө килтергәйнем. Хәҙер ул эттең бер көсөгөн дә күрмәйем. Улар икенсе төҫтә ине”.

Хайуандарҙы яҡлаусылар менән бергә ҡурҡыныс табышҡа беҙ ҡапҡа алдында уҡ юлыҡтыҡ. Активистар бында икенсегә килә, шуға ла күренеш уларҙы аптыратмай.

Ҡатынды Интернет селтәре аша табалар. Иғланға ярашлы эт-бесәйҙәрҙе хужалары бер нисә көнгә ҡалдыра ала. Әлбиттә, түләү өсөн йорт хайуандарының хәл-торошон фотоға төшөрөп смс аша ебәреп торалар. Әле иһә приют хужаһы шәхси диуарын юҡ иткән.

Әммә приютта хайуандар өсөн бер ниндәй ҙә уңайлыҡтар ҡаралмаған. Дүрт аяҡлылар тотолған ерҙең хужабикәһе өйҙә булмай сыҡты. Йорт һәм һарай ишегендә ҙур йоҙаҡ. Ихатала ла хәл яҡшынан түгел. Хайуандар тиҙәге, ташланған әйберҙәр, бутҡаһы менән ҡуша туңған мискәләр - уларҙы хатта, ас эт тә кимерерлек түгел.

Екатерина: “Миндә бер ниндәй ҙә приют юҡ. Бүтән шылтыратмағыҙ. Һеҙ берәй төрлө экспертиза яһанығыҙмы? Мин бер кемдән дә аҡса алманым. Хайуандарҙың барыһы ла тере. Һау булығыҙ”.

Дүрт аяҡлыларҙы эҙләп килеүселәр күп булды. Хайуандарҙы яҡлаусылар урам эсендә йөрөгән барлыҡ эттәрҙе лә алып ҡайтты.

Елена Ежова, ирекмән: “Салауат ҡалаһында приюттар тулған, шуның өсөн көсөктө бында ҡалдырып торғайныҡ. Аҙна һайын 500 һум аҡса күсереп торҙоҡ. Прививка һәм аҙыҡ өсөн өҫтәп аҡса ебәргәйнек”.

Башбат

Мила ҡушаматлы көсөктөң был приютта үткән көндәре тамамланды. Хужалары уны өйгә алып ҡайта. Ҡарауылһыҙ һәм ас ҡалған башҡа эттәрҙең дә хужаларын эҙләрбеҙ, тип вәғәҙәләй активистар.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ