Күп бала тәрбиәләгән ғаиләнең үҫеш буйынса тиҫтерҙәренән артта ҡалған улдарын артабан Сантк-Петербург ҡалаһында реабилитация үткәрергә матди мөмкинлеге юҡ. Әммә Тимур һәм уның ата-әсәһе Яңы йылдан мөғжизә һәм мәрхәмәтлек көтә. Был хаҡта киләһе яҙмала...
Тәү ҡарашҡа Тимур Бирмөхәмәтов ҡәҙимге биш йәшлек малай. Ул һау булып тыуа, тиҙ үҫә. Әммә бер йәш тулғас, ата-әсә балала ҡайһы бер үҙгәрештәргә иғтибар итә. Тимурҙың тыуған көнөндә әсәһе баланың башҡа тиҫтерҙәренә ҡарағанда мөғәләмәне аңламауы һәм исеменә ҡолаҡ һалмауын күрә. Шунан бирле улының үҙен тотошо ла ныҡлап һиҙҙертә башлай.
Тимурҙың ата-әсәһе башта дауаханаға мөрәжәғәт итә. Әммә табиптар балағыҙҙа булмаған сирҙе әҙләмәгеҙ, тигән яуаплай. Бик оҙаҡ поликлиника юлын тапағандан һуң ғына сабыйға психик үҫеше тотҡарланған һәм аутизм диагнозын ҡуялар. Малай остеопатта, дефектологта, нейропсихологта дауалана, арт һәм музыкаль терапия курстарын үтә. Бөтә дауалау ысулдары түләүле. Ғаиләгә улын аяҡҡа баҫтырыу маҡсатында кредит та алырға тура килгән. Оҙаҡ сиратта торғандан һуң коррекцион балалар баҡсаһына юллама алыуға ирешкәндәр. Ябай баҡсаға барыр ине, унда тиҫтерҙәре ситләтә.
Тимур Бирмөхәмәтов - 5 йәш, диагнозы: үҙәк нерв системаһының органик зарарланыуы, психик телмәр үҫеше тотҡарланыуы.
Дауалау – 180 000 һум
ИНН-0277985573
КПП-0276010001
Иҫәп – 40703810804000
Тимур Бирмөхәмәnовҡа ярҙам итергә теләүселәр экрандағы иҫәпкә хәленән килгәнсә матди ярҙам күрһәтә ала. Мәрхәмәтле булайыҡ!




