Республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов хәбәр итеүенсә, юл-транспорт фажиғәһендә «ВАЗ-2114» автомобиле менән «ПАЗ» бәрелешкән.
Автобус артабан тағы ла бер еңел автомобилгә барып һуғылған. Пассажирҙар ташыу транспорт сараһының Приют ҡасабаһынан булыуы билдәле. Авария һөҙөмтәһендә техникалар механик зыян күргән. Йәрәхәт алыусылар тураһында мәғлүмәт бирелмәй.




