Был турала Башҡортостан башлығы республикала хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе вазифа биләүселәргә әҙерәк булһа ла халыҡ менән аралашырға, төпкөл ауылдар һәм бәләкәй ҡалалар тормошо менән яҡындан танышырға кәрәк, тигән кәңәш бирҙе.
Республика хөкүмәтендәге кәңәшмәлә билдәләнеүсенсә, Башҡортостан тулыһынса Яңы йылды ҡаршыларға әҙер. Республикала барлығы 800 боҙ ҡаласығы һәм сауҙа үҙәктәре янында 100 яңы йыл майҙансыҡтары эшләй. Уларҙа 2 меңләгән шыршы һәм мең ярым самаһы арт-обьект урынлашҡан. Башҡортостандың дәүләт идаралығында һанлы үҫеш министрлығы биргән мәғлүмәт буйынса 47 муниципаль берәмектә төҙөлөшкә электрон рөхсәт биреү буйынса маҡсатлы күрһәткестәргә ирешелгән, уларҙың күләме 55 процентҡа артҡан. 2021 йылда төҙөлөшкә электрон рөхсәт алыу өсөн мөрәжәғәттәр 70 процентҡа етер тип күҙаллана.





