Баш ҡалалағы нефть химияһы заводында сыҡҡан янғындың яҡынса сәбәптәре билдәле булды

Фараздар буйынса ут нефть продукттарын иретеү камераһының насар ябылыуынан башлана. Һөҙөмтәлә, ялҡын ике мең квадрат метр майҙанды ялмап ала.

Фото №1 - Баш ҡалалағы нефть химияһы заводында сыҡҡан янғындың яҡынса сәбәптәре билдәле булды

Янғынға 3-сө ауырлыҡ дәрәжәһе бирелә. Һауаға зарарлы матдәләр бүленеп сығыу ҡурҡынысы юғары булған. Ут менән көрәшкә 50 хеҙмәткәр һәм 48 берәмек техника йәлеп ителде. Янғын 14 сәғәт эсендә һүндерелә. Бәхеткә күрә, фажиғәлә кеше ғүмеренә зыян килмәгән.

Әле ваҡиға урыны һәм предприятиеның документтары ҡарала. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса хәүефһеҙлек талаптарын инҡар иткән хеҙмәткәрҙәр яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ