Республика ҡотҡарыусыларының фиҙаҡәр хеҙмәте һәм оператив эшенә бәйле утта һәләк булыусылар һаны кәмеүе күҙәтелә. Уҙған көн Республика Башлығы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы. Башҡортостан Янғынға ҡаршы хеҙмәте үҙәк отрядының баш белгесе Шамил Харисов һөйләй.




