Тотош илде йылдан ашыу көсөргәнештә тотҡан хәлгә бөгөн нөктә ҡуйылды

Эске эштәр министрлығының 23 йәшлек тәүтикшереүсеһен күмәкләп көсләгән элекке полиция хеҙмәткәрҙәренә хөкөм язаһы сығарылды. Өфөнөң Киров районы суды ҡарары менән улар өсөһөнә 20 йыл алды.

Фото №1 - Тотош илде йылдан ашыу көсөргәнештә тотҡан хәлгә бөгөн нөктә ҡуйылды

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мәсхәрәләү осрағы былтыр 30 октябргә ҡарата төндә Өфө районының миграция мәсьәләләре буйынса бүлек бинаһында теркәлде. Хөкөм ителеүселәр ярты йылдан ашыу Тәфтиш изоляторында ултырҙы. Һуңынан судья бөтәһен дә ҡарар сығарғандарын көтөү өсөн өйҙәренә ҡайтарҙы.

Баш ҡаланың Киров районы суды ҡарарына ярашлы Павел Яромчук алты, Салауат Ғәлиев менән Эдуард Матвеев – етешәр йылға дөйөм режимдағы колонияға оҙатылды. Бынан тыш, экс-полицейскийҙар ҡыҙға әхлаҡи зыянды ҡаплатыу өсөн өс миллион һум түләргә тейеш. Зыян күреүсенең адвокаты суд ҡарары менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Киров районы суды ҡарары әлегә үҙ көсөнә инмәгән, 10 көн эсендә уға ялыу бирергә мөмкин.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ