Еңеүселәрҙе бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы иғлан итте.
Грант быйыл тәүге тапҡыр булдырылған, уның фонды 75 миллион һум. Аҡса социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса уңышҡа өлгәшкән район-ҡалаларға бирелә. Биләмәләр өс төркөм буйынса бүленгән, ҡалалар, ауыл райондары һәм ҡалаһы булған райондар. 5 миллион һумлыҡ грантты урындағы проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтеү ҡаралған.
Оператив кәңәшмәлә сәнәғәт, төҙөлөш, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды. Радий Хәбиров төбәктә үҫеш кимәлен ыңғай баһалап, киләсәктә күрһәткестәрҙе тағы ла арттырыу бурысын ҡуйҙы. Республика башлығы чиновниктарҙан ҡайһы берҙә ҡыҙып китеүе өсөн ғәфү үтенде. Әммә һөҙөмтә бар икән, тимәк, юҡҡа түгел, – тине Радий Фәрит улы.
Күрһәткестәргә килгәндә быйыл 60 социаль-мәҙәни обьект файҙаланыуға тапшырылған, уларҙың бер өлөшө мәктәптәр һәм балалар баҡсалары. Торлаҡ төҙөү буйынса Өфө, Нефтекама һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары, Өфө районы алдынғылыҡты бирмәй. Медицина тармағында матди-техник базаны нығытыу бара, кадрҙар ҡытылығын бөтөрөлә, тармаҡҡа 375 табип һәм 789 фельдшер йәлеп ителгән.
Киләһе йылда «Сәләмәтлек» һәм «Демография» милли проекттары буйынса ҡуылған бурыстарҙы артабан тормошҡа ашырыу бурысы тора. Киләһе йылда тағы бер тематик сәғәт өҫтәлә, ул сәнәғәтте үҫтереү девизы аҫтында үтәсәк.





