Нисек булған һуң данлы Башҡортостан, һәм кемдәр яҙған ул тарихты? Республика ойошторолоуға йөҙ йыл тулыуҙы билдәләгән ваҡытта тарихҡа күҙ һалыу иң ҡулай мәл.
Тарихта бөгөн дә ғорурланып һөйләрлек ваҡиғалар, ҡаҙаныштар күп. Беренсе республика. Ойошторолоуы, илдә тәүгеләрҙән булып автономия алыуы менән генә түгел, хеҙмәттә, сәнәғәт, иҡтисад, ауыл хужалығы үҫешендә лә беренселәр рәтендә булған.
Йөҙ йыллыҡ республика нисек ойошторолған? Бөгөнгө яҡты тормош өсөн кемдәргә рәхмәтлебеҙ? Хәҙерге Башҡортостан юбилейын ниндәй ҡаҙаныштар менән ҡаршы алды? Ваҡыт ҡуласаһын йөҙ йылға артҡа Рәмилә Исмәғилева әйләндерҙе.





