Быйыл уғрылыҡ менән Башҡортостан быйыл тотош илгә дан алды. Ҡаҙна аҡсаларын түгел, банкты талап... Финанс учреждениеларында эшләгән кассирҙар араһында ниндәйҙер флешмобҡа ла әйләнеп китте хатта, аҡса урлау. Берәүҙәр өсөн улар енәйәтсегә әйләнде, бәғзеләр бурҙарҙы заман геройҙарына, Робин Гудҡа тиңләне. Банктарҙы нисек бушаттылар һәм урлашыу ҡайҙа илтә? БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина белә.
Аҡса урынына ул хәҙер китап биттәрен һанай. Ҡулда Стивен Кингтың «Ҡараңғы башня» әҫәре. Күрәһең, юлдар араһында ул үҙ яҙмышына оҡшаш һыҙаттар тапҡан. Китап геройы Роланд та бит мажаралар яратҡан була.
Луиза Хәйруллина бөгөн Тәфтиш изоляторында. Рәшәткә артында ул Яңы йылды ғына түгел, алдағы ун йылды ла үткәреүе ихтимал. Мутлашаһың икән, енәйәти яуаплылыҡ ҡаты. Закон алдында яуап бирергә тура килә. Нисек кенә йәшерергә тырышма, ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә.
Май аҙағында Салауаттағы банк кассаһын бушатҡан ҡатын ғаиләһе менән Башҡортостандан сығып ҡаса. Күптәр уларҙы сит илгә юлланған тип фаразлай. Ә ысынында, Ҡазандан ары китеп өлгөрмәйҙәр. 38 көнлөк эҙәрлекләү операцияһынан һуң полиция хеҙмәткәрҙәре банкты 23 миллион һумһыҙ ҡалдырған кассирҙы ҡулға ала. «Башҡорт Бонни һәм Клайды» тип ҡушамат та тағылып өлгөргән ир менән ҡатындың да тарихы күңелһеҙ тамамлана.
Асыҡланыуынса, Хәйруллина банк аҡсаларын йыл ярым дауамында сығарған. Әммә ҡулға алғанда был аҡсаларҙан елдәр иҫкән була. Ғәйепләнеүсенең тормош иптәше Марат Хәйруллин еңел табыштың күп өлөшөн букмекер контораларында отторған. Тап ошо насар ғәҙәте ҡатынын урлашыуға этәрә лә инде.
Луиза Хәйруллина «ҙур күләмдә аҡса үҙләштереү һәм тотоноу» статьяһы буйынса ғәйепләнһә, тормош иптәше лә енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал. Әммә ҡатынынан айырмалы ул бөгөн өй аресында. Аяғында электрон браслет.
Ошондай уҡ электрон браслетты бөгөн элекке банк хеҙмәткәрҙәре Лилиә Аҙнабаева менән Лиана Латипова ла йөрөтә. Луизаға эйәреп улар ҙа финанс ойошмаларҙан яҡынса ҡырҡ өс миллион һум сығара. Ә был вклад яһаусыларҙың аҡсаһы булған. Белгестәр урлашыуҙың төп сәбәптәрен түбән хеҙмәт хаҡы һәм ҡомһоҙлоҡта күрә.
Шулай ҙа был муташыуҙар банк клиенттары кеҫәһендә сағылмаясаҡ. Финанс учреждениеларға үҙ репутацияһы ҡәҙерлерәк һәм көтөлмәгән сығымдарҙы ла үҙ иңенә ала. Бәлки, шуғалыр ҙа урлашыусыларға ҡарата уларҙың фекере ҡәтғи. Романтикаға урын юҡ һәм улар язаһын алырға тейеш, ти белгестәр.
Ғәйепләнеүсе банк хеҙмәткәрҙәре еңел табышты кире ҡайтарыуы икеле. Уларҙы ун йылға тиклем хөкөм итеп, ни бары бер миллион һумғаса штраф түләттереүҙәре ихтимал. Ғәҙәттә, балалары булғандар өсөн суд ҡарары йомшартыла. Луиза Хәйруллина ике бәләкәй ҡыҙын 5 июлдән алып күргәне юҡ.




