Үткән тәүлектә Башҡортостанда 37 урында янғын сыҡҡан

Ҡыҙғанысҡа байрам көндәре күңелһеҙ статистиканан да азат түгел. Утта 4 кешенең ғүмере өҙөлгән. Баш ҡалала Собинов урамындағы йортта сыҡҡан янғынды һүндергәндә ике кешенең үле кәүҙәһе табылған. Үлемесле янғындар Бәләбәй, Асҡын райондарында ла теркәлде.

Фото №1 - Үткән тәүлектә Башҡортостанда 37 урында янғын сыҡҡан

Байрам саралары ойошторолған, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуйылмаған. Ҡотҡарыусылар ут менән һаҡ буларға өндәй. Сөнки күп осраҡта тап ошо сәбәпле янғын сыға ла инде.

Ҡотҡарыусылар шулай уҡ һауа торошоноң насарайыуы хаҡында ла иҫкәртә. 1 ғинуар кискә республиканың көнъяғында көслө ҡар яуыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ