Утта бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Учалы районының Иҫке Муйнаҡ ауылында янған ағас йорт эсенән 1950 йылғы ҡатындың кәүҙәһе табылған.
Белгестәр билдәләүенсә, ут сығыу осраҡтарының төп сәбәбе һаҡһыҙлыҡҡа, электр ҡоролмаларындағы ҡыҫҡа ялғанышҡа бәйле. Яңы йыл саралары үткәрелгән объекттарҙа ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәгән. Шул уҡ ваҡытта һыу ятҡылыҡтарында, боҙкүперҙәрҙә лә күҙәтеү алып барыла.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы көстәре был көндәрҙә юғары әҙерлек режимында эшләй. Ҡотҡарыусылар граждандарҙы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Бәлә сығыу ҡурҡынысы янағанда 112 телефоны буйынса шылтыратырға кәңәш итә.




