Бөгөн төндә Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылында йорт янған. Утты һүндергәндән һуң, 79 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылған.
Янғын сәбәптәре әлегә билдәһеҙ, урында эксперттар эшләй, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.




