Каникулды дауаханала. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа тау шыуып, ауыр тән йәрәхәттәре алған балалар һаны арта. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәр ҙә хәүефһеҙлек талаптарын инҡар итә. Уҙған шишәмбе Өфөнөң «Трамплин» туҡталышы янындағы биләмәлә сираттағы күңелһеҙ осраҡ теркәлә. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Ҡар өҫтөндә ҡыҙыл раузалар. Улар 7 ғинуарҙа теркәлгән бәхетһеҙ осраҡ хаҡында иҫкә төшөрә. 65 йәшлек ир ейәнсәре менән тауҙан тюбингта шыуғанда үҙен насар тоя башлай һәм ҡапыл ағасҡа бәрелә. Һөҙөмтәлә шунда уҡ һәләк була.
Ете йәшлек ҡыҙ мөғжизә менән иҫән ҡала. Йәрәхәттәре ауыр булмай. Дауаханала амбулатор тикшереүҙән һуң өйгә ҡайтарыла. Олатаһының үлем осрағына бәйле тәфтишселәр тикшереү ойошторған.
Күңелһеҙ осраҡ Өфөнөң Октябрь районында теркәлә. Биләмә спорт мәктәбенә ҡарай һәм саңғысыларға күнекмә яһау өсөн махсуслашҡан. Бында тюбинг һәм санала шыуыу тыйылған. Әммә ҡала халҡы талаптарҙы үҙһенмәй, күрәһең.
Аҡса йәл, биләмәлә сәләмәтлек өсөн ҙур зыян килеү ихтималлығы хаҡында уйланмайҙар ҙа. Өфөнөң йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге, граждандарҙы яҡлау идаралығы, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты белгестәре хәүефле һаналған участкаларҙа даими рейдтар ойоштора. Сираттағы профилактик сара барышында ла тиҫтәнән ашыу кешегә иҫкәртеүҙәр яһалды.
Рөхсәт ителмәгән урындарҙа тюбингта шыуып йәрәхәтләнеүселәр көндән-көн арта. Берәүҙәрҙең баш мейеһе һелкенһә, икенселәр аяҡ-ҡулын һындыра. Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһында статитистик күрһәткестәр ҡыуандырмай.
Нефтекаманан алты йәшлек Раяз да бәләкәй генә тауҙан шыуып аяғын һындыра. Күңелһеҙ осраҡ декабрь аҙағында теркәлә. Һөҙөмтәлә малай Яңы йылды ла, тыуған көнөн дә дауаханала ҡаршылай.
Белгестәр шулай уҡ юлда ла иғтибарлыраҡ булырға саҡыра, медицина учреждениеһында авария һөҙөмтәһендә ауыр тән йәрәхәттәре алған кескәй пассажирҙар ҙа дауалау курсы үтә. Әйтәйек, бер пациент хәүефһеҙлек ҡайышын дөрөҫ таҡмай - һөҙөмтәлә ике машина бәрелгәндә умыртҡа бағанаһына бар көсөргәнеш төшә. Ҡыҙҙың теләге бер – тиҙерәк аяҡҡа баҫыу.




