400 тирәһе урам этен үҙенә һыйындырған приют Яңы Александровкала урынлашҡан. Эттәрҙе ҡараусы әйтеүенсә, билдәһеҙ кешеләр хайуандарҙы урамда атып киткән. Уларҙың мәйетендә йәҙрәләр табылған.
Хайуандарҙы яҡлаусылар һүҙенә ҡарағанда, яңы йыл алдынан быға оҡшаш хәл Ҡырмыҫҡалы һәм Кушнаренко райондарында ла теркәлгән. Билдәле булыуынса, хайуандар менән аяуһыҙ мөнәсәбәт өсөн енәйәти һәм административ яуаплылыҡ ҡаралған.




