Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары осоронда Башҡортостан юлдарында 68 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 11 кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 87-е йәрәхәттәр алған. Аварияларҙы булдырмау маҡсатында бөгөн республика юлдарында рейдтар үтә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәре Линар Зиннуров һөйләй.




