Бөгөн 250 бала Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына «Аксаков шыршыһы»на йыйылды

Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикле, ауыр ғаилә хәлендә ҡалған малайҙар-ҡыҙҙар, уҡыу алдынғылары өсөн хәйриә акцияһы быйыл икенсе тапҡыр ойошторолдо. Байрамда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, балалар табибы Леонид Рошаль һәм Каринэ Хәбирова ҡотланы.

Фото №1 - Бөгөн 250 бала Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына «Аксаков шыршыһы»на йыйылды

Яңы йыл тамашалары дауам итә. Бығаса ойошторолоп, артабан онотолған Аксаков шыршыһы быйыл икенсе йыл рәттән сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән балаларҙы бергә йыйҙы. Тамаша театр фойеһында уҡ башланды. Килгән халыҡты әкиәт персонаждары геройҙары ҡаршы алды. Кескәйҙәр Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға ҡушылып йырланы.

Ун дүрт йәшлек Айгөл Ибраһимова яҙмыш ҡушыуы буйынса коляскала. Әммә был хәле уға белем алыу менән бер рәттән музыка, художество мәктәптәрен тамамларға, «Самрау» ижади түңәрәгенә йөрөргә ҡамасауламай. Байрамға килеүселәрҙе ул «Премьер» ансамбле менән берлектә башҡарған йыр менән сәләмләне. Үҫмер Аксаков шыршыһы байрамын ойоштороусыларға тағы бер бүләк әҙерләгән.

Сараның Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтеүе осраҡлы түгел. Бина ваҡытында Аксаков халыҡ йорто һаналған. Әлеге тарихи архитектура ҡомартҡыһына 1909 йылда нигеҙ һалынған. Ул тотош ил халҡының хәйриә көсө ярҙамында төҙөлгән. Тап ошо ваҡытта матур йолаға нигеҙ һалынған да инде. Аксаков шыршыһы шуларҙың береһе. Сара меценаттар ярҙамында ойошторола.

Леонид Рошаль, донъяның балалар табибы: “Республикала ошондай байрамдың булыуы ҡыуаныслы күренеш һәм изге эш. Ул балаларға бик кәрәк”.

Каринэ Хәбирова: “Декабрь айында 17 мең 432 бала өсөн республика буйлап яңы йыл саралары үтте. Былтырғы меценаттар быйыл да байрамды уҙғарырға ярҙам итә, уларҙың үҙҙәренә лә оҡшаны”.

Аксаков шыршыһына ғәҙәти, ҙур республика шыршыларына бара алмаған балалар саҡырыла. Быйыл улар «Щелкунчик» балетын ҡараны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенсәлекле бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә түҙемлек теләп дәүләт тарафынан ярҙам буласағын белдерҙе һәм Яңы йыл менән ҡотланы.

Әкиәт байрамы балаларҙың күңелендә мөғжизәле бер иҫтәлек булып һаҡланасаҡ. Тамашала сығыш яһаусылар артабан 8 мартта уҙасаҡ «Бәләкәй принцессалар балы»на әҙерләнә башлай.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ