Сибай – Аҡъяр автомобиль юлында «Лада Калина» менән «Митсубиши АSХ» автомобилдәре бәрелешкән.
Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, авария һөҙөмтәһендә «Лада» водителе ваҡиға урынында һәләк булған, икенсе водитель һәм ике автомобилдәге 5 пассажир дауаханаға оҙатылған.
Һуңғараҡ билдәле булыуынса, дауаханаға китеп барғанда иномаркаға идара иткән 28 йәшлек водителдең дә ғүмере өҙөлгән. Зыян күреүселәр араһында бер бала булыуы билдәле.




