Ваҡиға бөгөн иртән Пекин урамында булған. Ике ҡатлы йорттағы фатирҙарҙың береһендә газ шартлау сәбәпле икенсе ҡатта түшәм ишелгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 3 кеше йәрәхәттәр алған, 28 кеше сығып өлгөргән. Әле урында ҡотҡарыусылар бригадаһы эшләй.




