Ике ҡатлы йортта газ шартлап янғын сыға. Хәүефле участканан 35-ләп кеше эвакуациялана. Өс кешегә медицина ярҙамы талап ителә. Баш ҡала дауаханаларына оҙатылған пациенттарҙың береһе ауыр хәлдә. Ваҡиға урынынан БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһы.
Ҡурҡыныс кадрҙарҙа ҡотҡарыусылар ишелеп төшкән стена аҫтында ҡалған ҡатындың ғүмере өсөн көрәшә Өфөлә төндә Пекин урамындағы 16-cы йортта газ шартлап бинаны ут ялмап ала. Ваҡиға урынына шунда махсус оператив төркөм йәлеп ителә. Ғәҙәттән тыш хәл урынында тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүселәр, психологтар эшләй. Фажиғә урынынан кешеләрҙе эвакуациялар өсөн тиҫтәләгән техника һәм илленән ашыу ҡотҡарыусы йәлеп ителә.
Йортта йәшәүселәрҙең күбеһе шаңҡыу хәлендә, сөнки ғәҙәттән тыш хәл таңғы сәғәт алтылар тирәһендә теркәлә. Әлегә күрше подъездарҙағы фатирҙарҙар ҙа зәңгәр яғыулыҡтан өҙөлгән. Оператив тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар сығарыласак.
Ғәҙәттән тыш хәл осрағында өс кеше зыян күрә. Шулай Пекин урамындағы торлаҡтың стена, түшәмдәре емерелә.
Шартлаған фатирҙың тулыһынса тәҙрәләре ватылып, бүлмәләрҙең стеналары һәм түшәмдәре ишелеп төшә. Торлаҡһыҙ ҡалған зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен ҡала хакимиәте үҙ яуаплығына алды.
Йәрәхәтләнгән пациенттарҙың береһе тән бешеүен дауалау үҙәгенә оҙатылды. Ир кеше ауыр хәлдә, уның тәненең 60%- ты янған.
Ваҡиға урынында эшләүсе белгестәр әйтеүенсә, Пекин урамындағы йортта 2019 йылда тикшереү ойошторлған. Ул ваҡытта техник күрһәткестәр буйынса етешһеҙлектәр табылмай. Әммә бөгөн теркәлгән ваҡиғанан һуң, граждандарға йортта ҡалыу мөмкин түгел. Хәүефһеҙлек тәьмин итеү маҡсатында, фатир хужалары махсус фонд торлағына күсерелә.
Әлеге сәғәттәргә торлаҡта ғәҙәттән тыш хәл газ шартлау сәбәпле теркәлеүе билдәле. Ҡурҡыныс ваҡиғаға техник тотҡарлыҡтар йәки кеше факторы килтергәнме, хәл махсус тикшереү тамамланғас асыҡланасаҡ.




