Бөгөн Берлинда "Йәшел аҙна" тигән халыҡ-ара күргәҙмә башланды. Республика умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге лә продукцияһын тәҡдим итә. Үҙәк директоры Әмир Ишемғолов.
Беҙҙең республика делегацияһын вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкләй. Германияла күргәҙмә 26 ғинуарға тиклем бара. Бөгөн вице-премьер Илшат Фәзрахманов Австрияның федераль министры Элизабет Кестингер менән осрашты. Ауыл һәм урман хужалыҡтары, туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешелде.




