Медиология агентлығы Рәсәй төбәктәре етәкселәренең 2019 йылғы рейтинг һөҙөмтәләрен иғлан итте. Волга буйы федераль округының төбәк башлыҡтары араһында Радий Хәбиров беренсе баҫҡыста нығынды.
Икенсе урында Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин, өсөнсөлә Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңлеханов. Дөйөм Рәсәй күрһәткестәре буйынса ла медиалогия рейтингында Башҡортостан башлығының позицияһы көслө. Радий Хәбиров унда дүртенсе баҫҡысты биләй. Рейтингты иһә Мәскәү Мэры Сергей Собянин етәкләй.







