Бурысҡа теш. Өлкән йәштәге ханым был хаҡта Башҡортостандың ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт иткән. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.
Теш протезына ҡушып Тәслимә Ғилмийәроваға стоматология клиникаһы кредит таҡҡан. Протезды кейерлек түгел. Ә уның өсөн һәм бер нисә теште дауалау 100 мең һумдан ашыуға төшкән. Клиника тураһында мәғлүмәтте ул почта йәшнигендә таба. Тик медицина учреждениеһына барыу ҙур үкенес булыр тип башына ла килтермәй. Ике йылға юғары процентлы кредитҡа ҡултамға ҡуйғанын ул иҫләмәй. Сумманы бурысҡа яҡындарынан алып кредитты яба,әммә теште дауалау сифаты уға тормай, ти ул.
Пенсионер ай һайын түләүҙәр индерә алмаясағын, ҡаты сирле булыуын да әйтеп ҡараған. Рентген эшләргә ярамағанлығы хаҡында иҫкәртеүен дә "ишетмәгәндәр". Ханымдың клиниканан һуңғы хәле теш һыҙлауынан да бигерәк.
Өфөнөң Комсомол урамындағы клиникаға беҙ ҙә пациент булып барҙыҡ. Диагностика, тештәргә панорамалы рентген – бушлай. әммә бушлай сыр – ҡапҡанда ғына. Стоматолог артабан дауалау, уның хаҡын мөдир менән кәңәшләшкәндән һуң ғына әйтә. Тештәрҙе таҙартыу 52 мең һумға төшә. Бүлеп түләргә, кредит менән иҫәпләшергә мөмкин. Бөгөн үк ҡарар ҡабул ителһә, табиб 20 процентлыҡ ташлама яһай. Тештәрҙе тигеҙләргә элайнерҙар йөрөтөү – ярты миллион һумға барып баҫа. Әммә беҙгә уны 245 мең һумға тәҡдим итәләр.
Тештәрҙе дауалау корпусы айырым урынлашҡан. Беҙ көсләп тағылған кредит хаҡында клиниканың үҫеш буйынса директоры менән әңгәмәләшәбеҙ. Уның быға үҙ ҡарашы. Бизнес бит, ә ул кредитһыҙ булмай, йәнәһе.
Былтыр республиканың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына 1200 кеше мөрәжәғәт иткән. комитет судҡа тиклем ҡулланыусыларҙың 8 миллион һум аҡсаһын кире ҡайтарырға ярҙам иткән. Һатыу-һатып алыуҙа ниндәйҙер мутлашыу тоҙағына эләгеүселәр иң тәүҙә комитетҡа ғариза менән килә ала, сөнки бында улар яҡлау таба һәм был хеҙмәт бушлай күрһәтелә.




