Ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк өсөн көрәшеүселәр. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары Радий Хәбиров менән осрашып, республикала йәшәүселәрҙе борсоған мөһим мәсьәләләр тураһында фекер алышты.
Осрашыуҙа йәмәғәт хәрәкәте вәкилдәре уҙған йыл ойошторолған рейд һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Юлдарҙың сифатына бәйле һорауҙар күтәрелде. Төп дәғүәләр авария хәлендәге яңы торлаҡҡа бәйле. Бөгөн,хатта, бер нисә йыл элек кенә файҙаланыуға тапшырылған йорттарҙа ла йәшәү мөмкин түгел. Проблема төҙөлөштөң тупаҫ етешһеҙлектәр менән алып барылыуына бәйле.
Бындай осраҡтар асыҡланғанда, тикшереү эштәренә хоҡуҡ һағындағылар йәлеп ителә. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй Халыҡ фронты активистары граждандарҙан сүп-сар реформаһына ҡағылышлы ялыуҙар булыуын, яңы полигондар төҙөлөшө талап ителеүен дә билдәләне.





