Ҡырғыҙ-Миәкә-Стәрлебаш юлында бөгөн үлемесле авария теркәлде

«Опель астра « автомобиле Газель йөк машинаһы менән бәрелеште. Һөҙөмтәлә еңел автомашиналағы пассажир ике ҡатындың һәм бер ирҙең ғүмере өҙөлдө.

Фото №1 - Ҡырғыҙ-Миәкә-Стәрлебаш юлында бөгөн үлемесле авария теркәлде

«Опел»дең водителе менән Газелдәге пассажир йәрхәтләнгән. Авария сәбәптәрен тикшереү бара. Урында оператив-тәфтиш төркөмө эшләй. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы тураһында иҫкәртә. Водителдәргә үтә лә иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын артырмаҫҡа кәңәш ителә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ