Ауыр тән йәрәхәттәре алыусылар тағы ла күберәк. Юл инспекторҙары билдәләүенсә, күңелһеҙ осраҡтар башлыса таң менән, йә төнгө эңерҙә теркәлгән. Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙың мөһимлеге хаҡында киләһе репортаж.
Аяҡтарын төҙәйтеү өсөн тағы ла операциялар көтөлә. 20 йәшлек Александра юлға светофорҙың йәшел төҫөнә сыға, тик автомобиль водителе уны үткәрмәй. Һөҙөмтәлә ҡыҙ дүртенсе аҙна дауаханала. Күңелһеҙ осраҡҡа тарыған йәйәүленең эске органдары ла йәрәхәтләнгән.
Ҡыҙ иртәнге сәғәт һигеҙҙә бәләгә тарый. Ул ваҡытта автомобиль хәрәкәте лә көслө була. Әлегә ғәйепләнеүсе водитель ҡулға алынмаған. Машина аҫтында ҡалыусылар күп осраҡта аяҡ-ҡулдарын һындыра, шулай уҡ көслө бәрелештән һуң баш мейеһе йәрәхәтләнә. Юл-транспорт ваҡиғаһына эләкмәҫ өсөн йәйәүлеләргә лә, водителдәргә лә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк
Хәүефле хәлдәргә башлыса ҡара кейемдә йөрөү, урамдарҙың ҡараңғы булыуы, юл ҡағиҙәләрен иңҡар итеү килтерә. Статистика буйынса, яҡтыртыусы элементтар машина аҫтында ҡалыу ихтималлығын алты тапҡырға кәметә. Сөнки водитель йәйәүлене дүрт йөҙ метр алыҫлыҡтан уҡ күрә ала.
Былтыр ғына республикала юл аша сығып барған алты бала һәләк булған. Юл инспекторҙары бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметеү маҡсатында профилактик саралар ойоштора. Әйтәйек, белем усаҡтарында юл хәүефһеҙлеге талаптарына бәйле әңгәмәләр ҡорола, аңлатыу эштәре алып барыла. Уҡыусыларға файҙалы бүләктәр таратыла.
Телефондан смс-хәбәр яҙыу булһынмы, пассажирҙарға ҡарап һөйләшеп барыумы... Водителдең бер-ике секундҡа ғына иғтибарын юғалтыуы кеше ғүмеренә торошло. Был социаль роликта ла яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙың мөһимлеге сағылыш тапҡан.




