Иглин районының Ягодная ауылында урында йәшәүселәр биләмә эргәһендә айыу күргән

Ауыл халҡы был турала бер-береһенә хәбәр итеп, тайыш табандан һаҡ булырға саҡыра. Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, урман ҡунағын улар Күл һәм Некрасов урамдарында күргән.

Фото №1 - Иглин районының Ягодная ауылында урында йәшәүселәр биләмә эргәһендә айыу күргән

Райоындың ветеринария станцияһы айыуҙы тотоуҙа ярҙам һорап Тәбиғәттән файҙалаыну һәм экология министрлығына мөрәжәғәт иткән. Күрәһең, айыуҙың ваҡытынан алда ҡышҡы йоҡонан уяныуына аномаль йылы сәбәпсе булған.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ