Юл хәрәкәте ваҡытында Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе ир “Фольксваген Пассат” автомобилендә йәйәүлене бәрҙерә. Аварияла ауыр йәрәхәт алыусы мораль зыян түләтеү маҡсатында судҡа мөрәжәғәт итә. Суд ғәйепленән 70 мең һум мораль зыянды ҡаплауға компенсация түләтергә ҡарар сығара.
Тик ғәйепле суд ҡарарын үтәргә ашыҡмай. Республика буйынса Суд приставтары идаралығының матбуғат хеҙмәтенән Дилбәр Дәүләтова.




