Радий Хәбиров эш сәфәре менән Көйөргәҙе районында булды

Был аҙнаның шаршамбыһы республика башлығы өсөн уҡыусылар менән парта артында башланды. Көйөргәҙе районының Бөгөлсән ауылы мәктәбе районда иң боронғоларҙан һанала. 1968 йылда төҙөлгән белем усағына ошоға тиклем бер тапҡыр ҙа ремонт уҙғарылғаны булмаған. Бинаның ҡыйығын яңыртыу, иҙән, тәҙрәләрҙе һәм коммуникацияларҙы алмаштырыу талап ителә. Сөнки мәктәптәргә ихтыяж ҙур. Ишле ғаиләләрҙә генә 101 бала тәрбиәләнә. Ә мәктәптә ни бары 175 урын.

Фото №1 - Радий Хәбиров эш сәфәре менән Көйөргәҙе районында булды

Радий Хәбиров уҡыусыларҙы «Салауат Юлаев» хоккей клубының Өфөлә үтәсәк матчына саҡырҙы. Ә бына Шабағыш ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ишморатов хоккейҙы яңы телевизорҙан ҡараясаҡ. Республика етәксеһе яугирға буш ҡул менән килмәгән.

Көйөргәҙе районында әле 6 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Уларҙың өсәүһе яуҙа ҡатнашҡан. Еңеү яҙының 75 йыллығын ҡаршылағанда береһе лә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Ветерандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу, Бөйөк байрамды лайыҡлы ҡаршы алыу өсөн республикала барыһы ла эшләнәсәк, тине төбәк башлығы.

Тышта күҙ асҡыһыҙ буран тороуға ҡарамаҫтан, республика етәксеһе ауыл хужалығын да иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Көйөргәҙе районы быйыл күләмле мәҙәни сара ҡаршыларға әҙерләнә. Бөтә донъя фольклориадаһының бер өлөшө Ермолаев ҡасабаһында үтәсәк. Республика етәксеһе Ер шарының йөҙгә яҡын иленән ҡунаҡтар ҡабул итәсәк мәҙәниәт объекттарын тәртипкә килтерергә ҡушты.

Автор: Айнур Кәбиров.

Волна
Акции БСТ