Өфөнән Дубайға осҡан чартер рейсында иҫерек ҡатын ғауға сығарып, һауа судноһы Иранға төшөргә мәжбүр була яҙған

Пассажирҙар әйтеүенсә, тәртип боҙоусы 40 минут тирәһе салонды һәм бортпроводниктарҙы көсөргәнештә тота, уны иҫкәртеүселәрҙе насар һүҙҙәр менән битәрләй, сумкаһы һәм йоҙроҡтары менән ташлана.

Фото №1 - Өфөнән Дубайға осҡан чартер рейсында иҫерек ҡатын ғауға сығарып, һауа судноһы Иранға төшөргә мәжбүр була яҙған

Тауыш сығарыусыны бәйләп ҡуйыу ҙа һөҙөмтә бирмәй, ул йоҡлап киткәс кенә тыныслана. Әмирлектәргә килеп етеү менән ханымды полицияға тапшырғандар. Уға штраф һәм холоҡ төҙәтеү сараларына йәлеп ителеү ихтималлығы янай.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ