Ҡабаҡ - Һыуыҡ Шишмә юлында “Шевроле Круз” һәм “Шанкси” автомобилдәре бәрелешкән. Улар бер-береһенә ҡапма-ҡаршы килгән. Еңел машинала ултырған 34 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән, ике кеше йәрәхәтләнгән.
Автоинспекторҙар хәбәр итеүенсә, бөгөн Башҡортостан юлдарында 16 авария теркәлгән, 19 кеше имгәнгән. Юл полицияһы водителдәрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә иғтибарлы йөрөргә саҡыра.




