Был дәүләттән һәм башҡа бер төркөм сит илдәрҙән осоп килеүселәр ентекләп тикшерелә. Самолет ергә төшөү менән пассажирҙарҙың хәлен белешеү, тән температураһын үлсәү ойошторолған.
Сәләмәтлек торошона зарланыусылар шундаауҡ медицина пунктына оҙатыла. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, хәүефле сирҙе әле 617 кеше йоҡторған, 17-һе вафат булған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Ҡытайҙан Пермь ҡалаһына осоп килгән пассажирҙа был ауырыу асыҡланған. Сирҙән һаҡланыу өсөн белгестәр һаулыҡты даими ҡайғыртып торорға, ҡулдарҙы һабынлап йыуырға кәңәш итә.




