Өфөләге «Урман тыҡрығы» урамын маршрут автобустары менән һәүәҫкәр водителдәр бүлешә алмай.

Юл ситендә 21-се дауаханаға килеүселәр автомобилдәрен ҡалдыра. Махсус туҡталҡа юҡ. Ҡыш юл таҙартылмағанлыҡтан, транспортҡа йөрөргә урын тар ҡала. Бигерәк тә «Нефаз» автобустарын йөрөтөүселәргә уңайһыҙ. Маршрут автобусы водителе әйтеүенсә, был участкала авариялар ҙа йыш теркәлә.

Фото №1 - Өфөләге «Урман тыҡрығы» урамын маршрут автобустары менән һәүәҫкәр водителдәр бүлешә алмай.

Таҡ һәм йоп һандар күрһәтелгән юл билдәһе, бәлки, хәлде көйләргә ярҙам итер ине, тигән фекерҙә маршрут водителдәре. Транспортты юл хәрәкәтенә параллель ҡалдырыу тураһындағы билдәгә иғтибар юҡ. Еңел автомобиль хужалары иһә бер ниндәй ҙә ҡағиҙә боҙоу юҡ тип иҫәпләй.

Артур, автоһәүәҫкәр: “Тиҙлек сәғәтенә 30 саҡырым тип ҡуйылған билдә генә бар. Тимәк, бында машинаны ҡалдырырға ярай. Автомобиль ҡуйырға урын етмәй, ә дауахана янына уҡ үтеү мөмкин түгел”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ