Үлемесле сир. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса әле унан 800 кеше зарарлаған, 26 пациент вафат булған. Вирус тиҙ арала кешенең тын юлын һәм үпкәләрен заралай. Унан ниндәй һаҡланыу саралары күрелә, Ҡытайға төрлө сәбәптәр менән юлланған Рәсәй халҡына хәүеф янамаймы? Проблеманы БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.
Ҡытай менән туризм, студенттар менән алышыу, сауҙа өлкәһендә хеҙмәттәшлек көндән-көн арта. Әммә Азия иленә сәйәхәткә кешеләр сәләмәтлегенә бәйле һуңғы ваҡиғалар күңелһеҙ ноталар өҫтәй. Ҡытай менән танышып ил гиҙергә, сауҙа итергә, белем алырға юлланған рәсәйлеләргә короновирус хәүефе көслөмө, Рәсәй граждандарына Ҡытай властары тарафынан ниндәй һаҡланыу саралары тәҡдим ителә? Беҙҙең менән бәйләнештә Шанхайҙа уҡыусы Сөмбөл Садиҡова.
Уханьда короновирус ҡапыл тарала. Был Үҙәк Ҡытайҙың иң күп халыҡ йәшәгән ҡалаһы. Уның күршеһе Хуанган. Бында ла инеү һәм сығыу сикләнгән, туристарҙы хеҙмәтләндергән объекттар бикле. Вирус урындағы дингеҙ ризыҡтары баҙарынан таралғаны билдәле. Бында балыҡ менән бергә, ҡырағай йәнлектәр һәм һөйрәлеүселәр ҙә һатылған. Һуңғы тикшереүҙәргә ҡарағанда, вирус таҫма крайттан һәм кобранан күсеүе лә ихтимал тип фаразлана. Был йән эйәләре вирус йөрөткән ярғанаттар менән туҡлана.
Һөйрәлеүселәр организмында улар мутация үтә һәм кеше ғүмеренә хәүеф менән янаған вирусҡа әүерелә. Ҡытайҙа үлемесле коронавирус таралыуға бәйле, халыҡ-ара "Өфө" аэропортында санитар күҙәтеү көсәйтелә. Был илдән һәм башҡа Азия илдәренән һауа юлы менән ҡайтыусылар ентекле тикшереү үтә. Самолет ергә ултырыу менән һаулыҡ торошона зарланыусылар шунда уҡ медицина пунктында тикшереү үтә.
Һуңғы мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, ауырыу Ҡытайҙан Пермгә һауа юлы аша ҡайтҡан пассажирҙа асыҡланған. Сирҙән һаҡланыу өсөн белгестәр халыҡты тыныслыҡ һаҡларға һәм санитар-эпидимиология талаптарын теүәл үтәргә кәңәш итә.
Ҡытайҙан сыҡҡан вирус АҠШ, Канада һәм Сингапур граждандарында ла асыҡланған. Улар бөтәһе лә Ҡытайҙан сәйәхәттән ҡайтҡан булған.
Ҡытайҙа короновирус рсрағына бәйле хәлгә ҡарата илдә 11миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡалалар карантинға ябыла. Донъяның халыҡ -ара аэропорттары был илдән килгән борттарҙа ентекле тикшереү үткәрә
Нисек кенә булмаһын, коронавирус осрағында "Һаҡлағанды, Хоҙай ҙа һаҡлар" тигән һүҙҙәр иҫкә төшө. Өфө аэропортында пассажирҙар термометрик контроль үтә, тән температураһы юғары булған пассажирҙар асыҡлана, саралар күрелә, ә санитар һаҡ һәм эпимидеология хеҙмәттәре Ҡытайға сәфәрҙәрҙе кисектереп торорға кәңәш итә.




