Өфөлә бөтөнләй таныҡлығы булмаған водитель ҡулға алынды

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре руль артында үҙен сәйер тотҡан йәш кешегә иғтибар итә. Николай Дмитриев урамында улар машинаны туҡтатыуға өлгәшә.

Фото №1 - Өфөлә бөтөнләй таныҡлығы булмаған водитель ҡулға алынды

Документтарҙы тикшерә башлағас егеттең быға тиклем бер ҡасан да водитель таныҡлығы алмауын, автомәктәптә уҡымауын һәм имтихан тапшырмауын асыҡлай. Водитель булып өлгөрмәгән йәш кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Хәҙер уға 5 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф янай. Ул йөрөткән автомашина махсус туҡталҡаға оҙатылған.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ