Аварияла водителдәрҙең береһе һәләк булған. Һуңғы тәүлектә республика буйынса 2 мең 200 самаһы кеше юл йөрөү ҡағиҙәһен боҙоп тотолған. Улар араһынан 49 водителдең рулгә эсеп ултырғаны асыҡланған.
Бөгөн хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов сығыш яһаны. Ул һуңғы осорҙа теркәлгән аварияларҙың һауа торошо бәйле булыуы хаҡында һөйләне.




