Унда депутаттар, йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, дин әһелдәре һәм ғалимдар ҡатнаша. Эксперттар билдәләүенсә, ауыр енәйәттәрҙең яртыһы тиерлек ғаиләлә ҡылына. Йыл һайын илдә 14 мең самаһы ҡатын-ҡыҙ ире йәки туғаны ҡулынан һәләк була. Травматолог Әхтәм Фәйзуллин һөйләй.
“Ире ҡыйыртһытҡан ҡатындар физик йәрәхәт, ә сабыйҙар рухи яра ала”, - ти психолог Әлмирә Исхаҡова. Һәр осраҡҡа дөрөҫ баһа бирә белергә кәрәк, тип иҫәпләй белгес.
Ғаилә низағтарын иҫкәртеү маҡсатында ир-егеттәр өсөн ярҙам үҙәктәре булдырырға тәҡдим итәләр. Белгестәр унда асыуҙы тыйырға, үҙ-ара аңлаша белергә һәм мөнәсәбәттәрҙе көйләргә өйрәтәсәк.







