Бөгөн иртән Абҙаҡ ауылында йәшәүсе ҡатын табиптарға шылтыратып иренең ауыр хәлдә булыуы тураһында хәбәр итә. Саҡырыуға шунда уҡ ике йәш фельдшер йүнәлә. Әммә аҡ халатлыларҙы иҫерек ҡатын ҡаршы ала һәм үҙен ҡалаға алып барыуҙарын талап итә.
Эсеп йоҡлап ятҡан ир табиптар ярҙамынан баш тарта. Ҡыҙып алған хужабикә медицина хеҙмәткәрҙәренә һөжүмгә ташлана. Өйҙән сығып барған ваҡытта иҫерек ҡатын фельдшерҙарың береһенә ултырғыс менән һуға. Ваҡиға урынына полиция саҡыртыла. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.




