«Дүртөйлө һөт ризыҡтары комбинаты»нда ноябрҙән алып продукция етештереү туҡтатылған

Завод ябыҡ, хеҙмәткәрҙәр түләүһеҙ ялда. Предприятиеның эш хаҡы түләү буйынса ғына 174 кеше алдында 11 миллион һумға яҡын бурысы йыйылған. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Фото №1 - «Дүртөйлө һөт ризыҡтары комбинаты»нда ноябрҙән алып продукция етештереү туҡтатылған

Дүртөйлө һөт ризыҡтары комбинатына улар хәҙер тимер ҡойма аша ғына ҡарай. Былтыр йәй аҙағынан предприятие эшселәренә хеҙмәт хаҡы түләү туҡтатыла. Берәүҙәр тешен ҡыҫып, тағы ла ике-өс ай бушҡа эшләп өлгөрә, аҡыллылар шунда уҡ түләүһеҙ отпускаға китә.

Зилә Тимерйәнова, Дүртөйлө һөт ризыҡтары комбинаты хеҙмәткәре: “Мин үҙем белдереү яҙып киттем, аҡса түләмәгәстәре. Бында бит кредит алған кешеләр ҙә бар, коммуналь түләүҙәрҙе лә үтәргә кәрәк. Бер кемгә лә аңлатып булмай бит, завод аҡса түләмәгәне”.

Зифа Шәрифғәлиева, Дүртөйлө һөт ризыҡтары комбинаты хеҙмәткәре: “Машина йыуыусы инем мин, ирем менән бергә эшләнем. Алты ай аҡса ала алмайбыҙ, августан алып. Ҡайһы ваҡыт илағылары килеп китә”.

Ҡапыл эшһеҙ ҡалыу проблемалар өҫтәй. Бигерәк тә ипотека, кредиттары булғандар киҫкен хәлдә ҡалған, ғариза яҙып әлегә проценттарын ғына түләүселәр бар. Әйткәндәй, һөт комбинатының 174 хеҙмәткәр алдында эш хаҡы буйынса бурысы бар. Суммалары ғына төрлө. Берәүҙәр 20 мең һум өсөн көрәшһә, икенселәр 100 мең һумдан ашыу аҡсаһын ҡайтарырға теләй.

Заводҡа бөгөн индермәйҙәр. Рөхсәт юҡ. Шул уҡ ваҡытта һаҡ хеҙмәтендә туғыҙ кеше эшләй. Бушҡа. Улар ҙа ҡасандыр гөрләп торған предприятие эше тергеҙелер тип ышана.

Азат Ғималетдинов Дүртөйлө һөт ризыҡтары комбинаты һаҡсыһы: “Өмөт итәбеҙ эшләп китер тип. Әлегә түҙәбеҙ. Директор бер кемде лә индермәҫкә ҡушты, үҙе командировкала”.

Эш хаҡы буйынса киҫкен мәсьәлә барлыҡҡа килгәс тә, хеҙмәткәрҙәр район прокуратураһына ғариза яҙа. Осраҡ буйынса тәфтишселәр тикшереү ойоштора.

Илнур Насретдинов, Дүртөйлө район-ара прокуроры вазифаһын башҡарыусы: “Уҙған 2019 йыл беҙ директор исеменә күрһәтмә яҙҙыҡ. Унан һуң предприятие эшселәр алдында булған 800 мең һумлыҡ бурысын ҡапланы. Әлегә эш хаҡы буйынса дөйөм бурыс ун бер миллион һумдан ашыу”.

Башбат

Алевтина Людина, Башҡортостан дәүләт хеҙмәт инспекцияһының 2-се һанлы хоҡуҡ күҙәтеүе бүлеге етәксеһе: “Ошо фактҡа бәйле юридик шәхес административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, штраф һалынды. Бынан тыш, район прокуратураһына предприятие етәкселегенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу буйынса материалдар әҙерләнде”.

Дүртөйлө һөт ризыҡтары комбинаты «Башмилк» компаниялар төркөмөнә ҡарай. Эшҡыуар Александр Никитин билдәләүенсә, проблема башы - предприятиены финанслау мәсьәләһендә банк менән килешә алмауға бәйле барлыҡҡа килгән. Процент ставкалары күтәрелә, һөҙөмтәлә производство туҡтатыла.

Предприятие етәкселеге, власть органдарына ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, инвестиция сәғәттәрендә ҡатнаша. Дүртөйлө һөт ризыҡтары комбинаты эшмәкәрлеге яңыртылырмы?! Инженер селтәрҙәргә бәйле әленән үк проблемалар барлыҡҡа килгән. Был видеояҙмаларҙан күренеүенсә, йылылыҡ системаһы эшлектән сыға, торбалар тишелә.

Дүртөйлө һөт ризыҡтары комбинатына күрше район-ҡалаларҙан килеп тә эшләүселәр булған. Хеҙмәткәрҙәр финанс проблемалар ваҡытлыса булыуына өмөтләнә. Завод эшмәкәрлеге яңыртылыу менән кире эшкә ҡайтырға йыйына

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ