Радий Хәбиров ил башлығы мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән социаль блокты тормошҡа ашырыуҙы әүҙемләштерергә ҡушты

Республика етәксеһе әйтеүенсә, Владимир Путин билдәләгән социаль ярҙам саралары халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бирә. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы ултырышында мөрәжәғәтнамәлә билдәләнгән башланғыстарҙы ғәмәлгә ашырыу юлдары барланды.

Фото №1 - Радий Хәбиров ил башлығы мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән социаль блокты тормошҡа ашырыуҙы әүҙемләштерергә ҡушты

Владимир Путин тәҡдим иткән үҙгәрештәрҙе һәр кеше, ҡалала йәки ауылда йәшәүенә ҡарамаҫтан, шәхсән тойорға тейеш. Президент положениела күрһәтелгән эштәрҙе башҡарыуҙа халыҡ фекерен иҫәпкә алыу, йәмәғәтселекте дәүләт эшенә йәлеп итеү маҡсатын да ҡуйған. Был туранан-тура беҙҙең эш, тиелде кәңәшмәлә. Ултырыш һөҙөмтәһе буйынса, мөрәжәғәтнамәнең үтәлешен тәьмин итеү өсөн партияның барлыҡ бүлексәләренә аныҡ тәҡдимдәр күрһәтмәләр биреләсәк.

Ултырыш һөҙөмтәһе буйынса, мөрәжәғәтнамәнең үтәлешен тәьмин итеү өсөн партияның барлыҡ бүлексәләренә аныҡ тәҡдимдәр күрһәтмәләр биреләсәк. «Берҙәм Рәсәй»ҙәр өсөн ил башлығы мөрәжәғәтнамәһе өҫтәл китабы, эш алымдары ҡулланмаһына әйләнәсәк. Ләкин ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу юлдары ғына яңыра. Кәңәшмә лә был юлы Яңырыу. 2.0 исеме аҫтында үтте.

Автор: Айнур Кәбиров.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ