Мәләүез ҡалаһында тюбингта шыуған үҫмер автомобиль аҫтына эләгә

Кисә Мәләүез ҡалаһының Элеватор майҙанында ғәҙәттән тыш хәл теркәлә. Тауҙан тюбингта шыуған үҫмер автомобиль аҫтына эләгә.

Фото №1 - Мәләүез ҡалаһында тюбингта шыуған үҫмер автомобиль аҫтына эләгә

Шаһиттар хәбәр итеүенсә, 12 йәшлек ике бала элеватор биләмәһендә тауҙан шыуып уйнай. Уларҙың береһе юғары тиҙлектә юлға сыға һәм машинаға бәрелеп йәрәхәтләнә. Малайға медицина ярҙамы талап ителә.

Әлеге ваҡытта баланың һаулығына ҡурҡыныс янамай. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ