Иглин ауылында ағалы-ҡустылы Виктор һәм Владимир Анисимовтар ике кешене янғындан ҡотҡарған

Уҙған аҙнала Иглин ауылында ағалы-ҡустылы Виктор һәм Владимир Анисимовтар янғындан оло йәштәге ҡатын менән баланы сығара. Янғын киске сәғәт етеләрҙә теркәлә.

Фото №1 - Иглин ауылында ағалы-ҡустылы Виктор һәм Владимир Анисимовтар ике кешене янғындан ҡотҡарған

Билдәле булыуынса, баракта ут сығыу һөҙөмтәһендә өс ғаилә йәшәү урынһыҙ ҡалған. Бәхеткә, бер кем дә зыян күрмәй. Фараз буйынса, утҡа электр ҡорамалдарын файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү сәбәпсе булыуы ихтимал.

Виктор Анисимов, янғын шаһиты: “Күрше йортта ут сыҡҡанын күргәс, шунда уҡ ярҙамға йүгерҙек. Янғын һүндереүселәргә лә терәк булырға тырыштыҡ, уттың башҡа йорттарға күсеү хәүефе юғары ине”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ