Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе Ҡолғаниндар ғаиләһе улдары Таирҙың һаулығы өсөн көрәшә. Балаға Швейцария клиникаһында дауаланыу талап ителә. Кәрәкле сумманы, йәғни 4 миллион һум аҡсаны, ғаилә үҙаллы ғына туплай алмай. Шуның өсөн сабыйҙың ата-әсәһе битараф булмағандарҙан ярҙам һорай.
Таир тиҫтерҙәре кеүек балалар баҡсаһына йөрөй башлай. Тик декабрь айында атаһы баланың күҙендә киҫелеш барлығын күрә. Интернет селтәрендә төрлө мәғлүмәттәр уҡығандан һуң дауаханаға мөрәжәғәт итәләр. Тәү ҡарашҡа күҙҙең зәғиф булыуы күренмәй, ошоға тиклем үткән медицина тикшереүе һөҙөмтәләре лә сирҙе билдәләмәй. Өфөлә баланың күҙендә һуңғы стадиялағы яман шеш барлығы асыҡлана.
Ҡолғаниндар Мәскәүҙә дауалау курсы ала, киләһе химия терапияһы февралгә билдәләнгән. Әммә унан һуң ыңғай һөҙөмтәләр булмаһа, баланың күҙе алып ташланасаҡ, ти Таирҙың ата-әсәһе. Баш ҡалала улар Швейцарияла махсус клиника барлығы тураһында белеп ҡала. Унда сабыйға ярҙам итергә, күҙен һаҡлап ҡалырға, хатта күреү мөмкинлеген ҡайтарырға әҙерҙәр.
Әйткәндәй, але сабый 50 сантимер яҡынлыҡта ғына күрә ала. Баланың ата-әсәһе Инстаграм селтәрендә аҡса йыйыу буйынса сәхифә асҡан, унда тулы мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Таирҙың яҙмышына битараф булмаған һәр кем уның атаһына беркетелгән Һаҡлыҡ банкы иҫәбенә аҡса ебәрә ала. Әлеге ваҡытта Таирҙың ғаиләһе өсөн һәр һум ҡәҙерле.
ТАИР ҠОЛҒАНИН -2 ЙӘШ
ДИАГНОЗЫ: КҮҘҘӘГЕ ЯМАН ШЕШ
ДАУАЛАУ: 4 МЛН ҺУМ
ҺАҠЛЫҠ БАНКЫ ИҪӘБЕ: 4817 7602 1934 4318
ТЕЛЕФОНЫ: 8 932 435 22 72
АРТУР АСКАРОВИЧ (ТАИРҘЫҢ АТАҺЫ)




